+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
2 Декабрь 2022, 13:19

Филология фәндәре докторы Фәнил Тимерйән улы Күзбәковҡа – 70 йәш

Мин уның студенты булманым, әммә беҙ диплом яҡлағанда ул комиссия рәйесе булды. Биш минутлыҡ сығышым ваҡытында Фәнил Тимерйән улы етди, талапсан кеше булып хәтерҙә уйылып ҡалған.

Фәнил Тимерйән улы Күзбәков 1952 йылдың 2 декабрендә Мәләүез районының Әбет ауылында тыуған. Уның тураһында күренекле яҙыусы Ринат Камал «Сәсән булған минең олатайҙар...» тигән мәҡәләһендә: «Фәнил Күзбәков та Нөгөш йылғаһы яғынан, әҙәбиәтебеҙгә Динис Бүләков, Ғәлим Дәүләдиҙәрҙе биргән тупраҡтан – ҡуйы урманлы тауҙар ҡуйынынан иркенгә сыҡҡан ерҙә, текә яр башына урынлашҡан Әбет ауылынан. Ишле, һигеҙ балалы ғаиләлә үҫә. Бишенсе кластан алты саҡрымдағы Боһорман ауылы мәктәбенә юллана. «Китап ене» ҡағылған егет башта флотта хеҙмәт итә, диңгеҙҙәрҙе айҡай диңгеҙһеҙ ерҙә буй еткергән зат, аҙаҡ университеттарҙа уҡыу, Екатеринбург, Санкт-Петербург тарафтарын байҡау...

Фәнил Күзбәков – үҙе әҙәбиәтсе, үҙе әҙәбиәт тураһындағы фекерҙәре менән даими уртаҡлашып барған белгес – филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры», – тип яҙа. Ошо 5 һөйләмдә уның тураһында күп нәмә белә алабыҙ.

Фәнил Тимерйән улы беҙгә фән эшмәкәре генә түгел, шағир булараҡ та билдәле. «Бәйге» (1993), «Өмөт шәмдәлдәре» (1996), «Һағыш» (2002), «Йәшәйеш ҡанундары» (2007) «Ҡаялағы ҡурай» (2016) йыйынтыҡтары шиғыр һөйөүселәрҙең китапханаһын тулыландыралыр.

Бөгөнгө юбиляр Фәнил Тимерйән улына бәрәкәтле ижад юлы теләйбеҙ!

Һеҙҙең иғтибарға Фәнил Күзбәковтың «Ҡаялағы ҡурай» китабынан бер шиғырын тәҡдим итәбеҙ.

  

ТЕЛЕМ

  

Бик күптәр: «Башҡорт теленең

киләсәге бармы?» – тип борсола...

  

Урал тауым торғанда,

Ағиҙелем аҡҡанда,

Ҡурайым моңланғанда –

Йәшәр ул башҡорт теле,

Йәшәр ул башҡорт теле!

  

Тик Уралды ейәнем

Үҙенә ҡалҡан итһен;

Ағиҙелем тулҡыны

Ҡаяһында бейетһен;

Ҡурайымдың моңдары

Йөрәккәйен елкетһен –

Йәшнәр ул башҡорт теле,

Йәшнәр ул башҡорт теле!

 

Һин үҙең дә телеңде

Әсәйең кеүек күрһәң,

Телем минең – йәншишмәм! –

Тиеп, уттарға инһәң, –

Йәшәр ул башҡорт теле,

Йәшнәр ул башҡорт теле!

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: