"Герой-әсә" исеме 1944 йылда уҡ булдырылған һәм 1991 йылдан уны биреүҙе туҡтатып торғайнылар. Президент 2022 йылдың 15 авгусында награданы ҡабаттан тергеҙеү тураһында указ сығарҙы. Был маҡтаулы исем 10 һәм унан күберәк бала табып, тәрбиәләп үҫтергән әсәләргә бирелә. Бер миллион һум аҡса ла тапшырыла.
Хәйҙәршиндарҙың өлкән балалары белем алып, үҙаллы йәшәй инде. Уртансылары техникумда, мәктәптә белем ала. Был матур ғаилә "Ата-әсәлек даны" ордены менән дә бүләкләнгәйне.
Республикала ун һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән 60 ғаилә бар.
Фото: vk.com.