Быйыл уның һайлап алыу турында VIII - XI синыфтарҙан бөтәһе 514 уҡыусы ҡатнашты. Олимпиада ике этапта ойошторолдо. Икенсеһенә Башҡортостандың 20 районынан, 7 ҡалаһынан һәм Өфөнөң 6 лицей һәм гимназияларынан 228 уҡыусы үтте. Шуларҙың иң-иңдәре генә, барыһы - 48 кеше, еңеүсе тип табылды.
Кисә Өфө фән һәм технологиялар университетенда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса еңеүселәрҙе тәбрикләү сараһы уҙҙы. Улар шәп бонус – Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетына «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, ҡытай теле» йүнәлешенә уҡырға ингәндә бер уҡыу йылы дауамында ай һайын 50 000 һум күләмендә стипендия аласаҡ.
Фото: "ФБФВиЖ | УУНиТ" төркөмө.