Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
11 Июнь 2024, 11:52

Йәш шайморатовсылар бүләкләнде

Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге синыф уҡыусылары араһында уҙған уҡыу йылы буйынса иң шәптәр бүләкләнде. I, II, III дәрәжә «Йәш шайморатовсы» тигән маҡтаулы билдәләр тапшырылды.

Иң-иңдәрҙе эксперт комиссияһы балдар буйынса һайлап алған. Йәш шайморатовсыларҙың уҡыуҙағы уңыштары, төрлө олимпиада-конкурстарҙа өлгәшкән ҡаҙаныштары, йәмәғәт эштәрендә, проекттар­ҙа, ирекмәнлектә әүҙем ҡатнашыу­ҙа­ры ҡаралған.
Конкурсҡа 59 уҡыусы тәҡдим ителгәйне. Улар араһынан иң шәп өс шайморатовсы — I, ун бер уҡыусы — II, ун алтыһы III дәрәжә Почёт билдәһе менән бүләкләнде. Еңеүселәрҙе Баш­ҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән министры Илдар Мәүлит­бир­ҙин һәм уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева тәбрикләне.
Бүләкләү тантанаһы 2-се республика «СМАРТ» полилингваль күп йүнәлешле гимназияһында үтте. Йәш шайморатовсыларҙы ҡотларға етәкселәре, атай-әсәйҙәре лә килгәйне.

Автор: "Йәншишмә" гәзите
Читайте нас