Бөтә яңылыҡтар
Ҡотлайбыҙ!
26 Июнь 2025, 09:39

Республика тарихында тәүге тапҡыр!

Берҙәм дәүләт имтихандарында 3 фәндән 300 балл йыйған Алексей Лобов ҡайҙа уҡырға инәсәк? Был турала Өфөнөң 153-сө лицейы директоры Алла Скалина һөйләй.

Республика тарихында тәүге тапҡыр!
Республика тарихында тәүге тапҡыр!

“Беҙҙең лицей юғары уҡыу йорто стеналарында урынлашҡан белем усағы булыуы менән айырылып тора. Бик күп интеллектуаль саралар үтә беҙҙә, уҡыусылар Бөтә Рәсәй олимпиадаларында әүҙем ҡатнаша. Һөнәри йүнәлеш биреүҙең төрлө формалары менән эшләйбеҙ.

Лицейыбыҙ уңыштарының өс компонентын айырып күрһәтер инем: технологик профиль, һәләтле балалар менән эшләү системаһы һәм «Мәктәп – вуз» системаһында эшләү. Математиканы өйрәнеүгә аҙнаһына – 10, физикаға – 9, информатикаға 4 сәғәт бүленә. Шулай уҡ үткән йылдарҙағы БДИ мәсьәләләрен өйрәнеп, бергәләп сисәбеҙ. Һис шикһеҙ, педагогик коллективтың юғары кимәле лә ҡаҙаныштарыбыҙҙа ҙур роль уйнай.

Республика тарихында тәүге тапҡыр 300 балл йыйған уҡыусыбыҙ Алексей Лобов беҙгә X синыфта килде, технологик профиль предметтары буйынса сифатлы әҙерлек алыу өсөн лицейҙы үҙе һайлаған. Төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша егет. Йыл һайын математика, физика һәм информатика буйынса призер була. Алексей бер ыңғай программалау курсын тамамланы, буш ваҡытта шахмат менән мауыға – өсөнсө өлкән разрядҡа эйә. Физика, математика һәм информатиканы айырыуса ярата, киләсәк һөнәрен ошо дисциплиналар менән бәйләргә ниәтләй.

Әлбиттә, уҡыусыны әҙерләгән уҡытыусыларҙы ла телгә алып китер инем. Информатика уҡытыусыһы Сергей Васильевич Астафьев, физиканан белем биреүсе Дмитрий Владиленович Аникеев, математика уҡытыусыһы Эдуард Марсович Нөсрәтуллин профессионализмдары менән айырылып тора.

Бөтә уҡыусыларға ла имтихандарын уңышлы тапшырып, хыял иткән вуздарына инеүҙәрен теләйем”.

Фото: Алла Скалина.

 

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас