Афғандарҙа ҡалды
йәшлегем тип,
Һис бошонма, һалдат,
ҡайғырма.
Йәшлек дәрте һеҙгә
йәшәү көсө биреп,
Алып ҡайтты
тыуған яҡтарға...
И. БИЛАЛОВ.
Ҡартатайымдың тауҙар, урмандар, йылғалар уратып алған йәмле Йылайыр районының Ашҡаҙар ауылында тыуып үҫкән йәшлек дуҫы Хәбир олатай тураһында булыр һүҙем.
Ғаиләлә ул икенсе бала булып донъяға килә. Башланғыс белемде Ашҡаҙар урта мәктәбендә ала. V – VI синыфта Күмертау мәктәбендә уҡый, ә X синыфты Һабыр урта мәктәбендә тамамлай. Хәбир олатай бәләкәйҙән техника яратып үҫә. Мәктәптән һуң хәрби комиссариат аша шофёр һөнәрен үҙләштерә. Ул 1980 йылдың февраль айында Юлдыбайҙан танытма алып ҡайта. Ошо йылдың май айында Хәбир олатайҙы әрмегә саҡыралар. Ырымбурҙа ракета ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт итә башлай. Алты ай хәрби әҙерлек үткәс, Төркөстан хәрби округы сигенә ебәрәләр. 1981 йылдың ғинуар башында ул шомло Афғанстан еренә аяҡ баҫа.
Ҡыйыу хеҙмәт итә, бер нисә миҙал, башҡа наградалар һәм Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнеп, тыуған яҡтарына иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
– Был көн һаман хәтеремдә. Өсөнсө май ине. Туғыҙында шофёр итеп техник ярҙам машинаһына ултыртып та ҡуйҙылар. Ошо көндән башлап, 1985 йылда «Башҡорт» совхозы бүленгәнгә тиклем, унда эшләнем, – тип иҫләй Хәбир олатай.
Хәҙерге көндә ул тормош иптәше Раҡыя инәй менән бергәләп Ашҡаҙар ауылында донъя көтә. Өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары инде үҙ аллы тормош көтә. Әлеге көндә ейән-ейәнсәрҙәренең яратҡан ҡартатаһы булып,бәхетле ғүмер кисерә Хәбир олатай!
Диана БИЛАЛОВА.
Өфө ҡалаһы,
102-се башҡорт гимназияһы.