-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
3 Май 2025, 11:14

Кем ул сик һаҡсыһы?

2025 йыл Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде. Ә Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә быйыл – 80 йыл.

Ошо уңайҙан беҙ балалар менән пластилиндан сик һаҡсыһын һәм уның этен әүәләп эшләнек.
Кем ул сик һаҡсыһы? Ҡайҙа хеҙмәт итә?
Ул дошман ғәскәрҙәрен сик аша сыҡҡанда беренсе булып ҡаршы ала. Ҡарға һәм һалҡын елгә ҡарамаҫтан, сик буйлап йөҙҙәрсә километр ара үтәләр, шулай итеп, бер генә сит кеше лә илгә һиҙҙермәйенсә инә алмай. Сик һаҡсыларына ярҙамға отрядта эт менән оҙатыусы бар.
Илебеҙгә рөхсәтһеҙ үтеп инеүсене ҡулға алыу өсөн был һалдат көслө һәм сыҙамлы булырға тейеш. Иғтибарлылыҡ та кәрәк уға. Шулай уҡ сик һаҡсыһы үҙенең ярҙамсыһын — этен өйрәтә белергә тейеш.

Гөлсиә БИКМЫРҘИНА,
«Йондоҙло» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.
Баймаҡ ҡалаһы.

Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас