-9 °С
Болотло
VKOKTelegramЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
7 Май 2025, 11:04

Учалылар "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылды

Дүрт йәше лә тулмаған Данир бөгөн ниндәй ҙур һәм мөһим ваҡиғала ҡатнашҡанын аңламай әле. Ул атаһы менән әсәһе сығарып биргән фотоны тотоп ҡына тора.

Учалылар "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылды
Учалылар "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылды

Ә шулай ҙа, ҙурая төшкәс, аңлар. Дүрт йыл буйы барған ҡанлы һуғышта миллиондарса кеше һәләк булғанын, уның олаталары ла шунда башын һалғанын белер. Иҫән-һау Еңеү яулап ҡайтҡан олаталарының тарихтары менән танышыр.

Учалы ҡалаһының 7-се “Ҡыҙыл башлыҡ” балалар баҡсаһы бөгөн, башҡа йөҙҙәрсә мәғариф ойошмалары кеүек үк, “Үлемһеҙ полк” акцияһына ҡушылды. Данирҙың тәрбиәселәре Илзирә Зәйнулла ҡыҙы Вәлиева менән Ләйлә Ғафур ҡыҙы Мамилина кескәйҙәргә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан олатайҙарының, тылда бил бөккән өләсәйҙәренең фотоһүрәттәрен килтерергә ҡушты. Ана нисек ғорурланып баҫып тора бәләкәстәр!

Учалылар "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылды
Учалылар "Үлемһеҙ полк" акцияһына ҡушылды
Автор: Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас