Шакирйән Мөхәмәтйәновтың үлемһеҙ батырлығын ҡабатлаған тағы ла бер яҡташыбыҙ бар, ул – Миәкә районынан Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин. Был хаҡта Башҡортостандың мәшһүр яҙыусыһы Яныбай Хамматов үҙенең «Тыуған көн» романында яҙып сыҡты. Китап урыҫ телендә лә донъя күргәс, батыр яҡташыбыҙ менән илебеҙ уҡыусылары ла таныша алды.
Шакирйән Мөхәмәтйәнов, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндарҙың батырлығын ҡабатлаған тағы бер яҡташыбыҙ билдәле булды. Уның тарихына тулыраҡ туҡталып китергә кәрәк, сөнки геройҙың ҡайҙан икәнлеген асыҡларға беҙҙең «Башҡортостан пионеры» уҡыусылары ла ярҙам итте. Хәл былай була.
...Бер көндө яҙыусы Яныбай Хамматовҡа Белоруссияның Борисов ҡалаһындағы 12-се урта мәктәп пионерҙарынан хат килеп төшә. «Новороссийск өсөн барған һуғыштарҙың береһендә рядовой Сәйфулла Йосоповтың үҙ кәүҙәһе менән дошман амбразураһын ҡаплауын асыҡланыҡ. Батыр Башҡортостанда тыуған, ләкин ҡайһы райондан икәнен белмәйбеҙ. Йосоповтың туғандарын йәки уны яҡшы белгән кешеләрҙе табырға ярҙамлашһағыҙ ине», – тип яҙылған була хатҡа. Яҙыусы Яныбай Хамматов «Башҡортостан пионеры» гәзите редакцияһына килеп, беҙгә мөрәжәғәт итте: «Был осраҡта балаларҙан, ҡыҙыл эҙәрмәндәрҙән ярҙам һорау иң дөрөҫө булыр. Улар бит тынғыһыҙ халыҡ, тапмай ҡалмаҫ», – тине.
Ысынлап та, хат баҫылып оҙаҡ та үтмәне, Сәйфулла Йосоповтың Шишмә районы Сәлих ауылында тыуыуы асыҡланды.
Ул ваҡыттан һуң дүрт йыл үткәс, 1984 йылдың 8 мартында, гвардия лейтенанты Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың үлемһеҙ батырлығына 40 йыл тулыуҙы билдәләгән осорҙа, яҙыусы «Ленинсе» гәзитендә Сәйфулла Йосоповтың ҡаһарманлығы тураһында йәнә телгә алып үтә. Иртәгеһенә үк Яныбай Хамматовҡа батырҙың ике туған апаһы менән ике туған ҡустыһы килә. Улар Йосоповтың ниндәй шарттарҙа үлеүен һорашып белергә тырыша, ләкин автор бер ни ҙә өҫтәп әйтә алмай. Әммә батыр яҙмышы уға хәҙер тынғылыҡ бирмәй.
Шулай итеп, яҙыусы эҙләнеү эштәренә ныҡлап тотона, кәрәкле кешеләр менән осрашып һөйләшә, тейешле әҙәбиәткә мөрәжәғәт итә. Ошолар һөҙөмтәһендә батыр яҡташыбыҙ, разведчик-матрос Сәйфулла Йосопов хаҡында «Ҡаһарманлыҡ» исемле документаль повесть яҙыла. Был әҫәр Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылып сыҡты. Яныбай Хамматов ошо юлдарҙы яҙып, уны редакцияға бүләк итте: «Башҡортостан пионеры» газетаһы редакцияһына үҙҙәре табышҡан герой тормошон һүрәтләүсе авторҙан иҫтәлеккә».
Яныбай Хамматовтың «Ҡаһарманлыҡ» исемле документаль повесы иһә беҙгә үҙебеҙ эҙләшеп тапҡан геройыбыҙ булыуы менән айырыуса ҡәҙерле.
...Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһында фронтовик яҙыусы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән сарала ҡатнашып, уҡыусыларға мин ошолар хаҡында һөйләнем.
Ә яҙыусының ейәнсәре Алһыу Хамматова олатаһының тормош юлы һәм ижадына тулыраҡ туҡталып үтте. Айырыуса Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин тураһындағы «Тыуған көн» әҫәрен яҙғанда быға тиклем уҡыусыларға бик билдәле булмаған ваҡиғаларҙы бәйән итте.
Әҫәр өҫтөндә эшләгәндә яҙыусы батырҙың тыуған ауылы Өршәкбаш-Ҡарамалыла булып, Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың йәштәштәре, мәктәп йылдарындағы иптәштәре менән аралаша, уларҙың һөйләгәндәренән дуҫлашып йөрөгән ҡыҙҙары хаҡында белә. Йәшлек осорондағы мөхәббәтен асыҡлар, әҫәргә ниндәйҙер кәрәкле деталдәр табыр өсөн Ҡаҙағстандың Төркөстан ҡалаһында йәшәп ятҡан Зәкиәгә (повеста исеме үҙгәртеп алынған), йәнә Ләйлә Вердиева тигән ҡыҙҙарға хаттар яҙа.
...Яныбай Хамматовтың 100 йыллығына Милли әҙәбиәт музейы гимназияға ҡыҙыҡлы күргәҙмә килтергәйне. Ижады, тормош юлы, дуҫтары, ғаиләһе тураһында һөйләүсе стендтарҙан тыш, бында яҙыусының шәхси әйберҙәре лә – ҡулъяҙмалары, яҙыу машинкаһы, гармуны... ҡуйылғайны. Алһыу Әнүәр ҡыҙы улар хаҡында ентекләп һөйләне. «Аҡлан» яҙыусылар баҡсаһындағы йорт макетын ул оҫта ҡуллы ҡыҙҙары Әйшә һәм Наилә менән эшләп ҡуйған. Әйткәндәй, Яныбай ағайҙың ейәнсәре Алһыу ҙа, уның ҡыҙҙары, яҙыусының бүләсәрҙәре Әйшә менән Наилә лә ошо гимназияла уҡыған. Наилә иһә олатаһы хөрмәтенә гитарала уйнап, йыр башҡарҙы.
Белем усағының директоры Сулпан Мәүләүи ҡыҙы Уйылданова бында килгәнгә тиклем Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге гимназияла эшләгән һәм унда яҙыусы хаҡында материалдар туплауҙа ҙур хеҙмәт башҡарған. Быйыл иһә Алһыу Әнүәр ҡыҙы олатаһының Өфөләге эш бүлмәһен тоташлайы менән гимназияға алып барып, унда музей кабинеты ойошторған.
Яныбай Хамматовтың әҫәрҙәре уҡыу дәреслектәренә индерелгән. Әҙәбиәт һөйөүселәргә уның 17 роман авторы булыуы билдәле. «Бөртөкләп йыйыла алтын» пенталогияһы, «Төньяҡ амурҙары» дилогияһы, «Аҡман-тоҡман», «Йәшенле йәй», «Юрғашты» һәм башҡа әҫәрҙәрен уҡыусылар яҡшы белә.
Рузилә Таһирова менән Аяз Хәсәнов кисәне алып барып, берәм-берәм иптәштәренә һүҙ бирҙе. VI «В» синыфы уҡыусылары София Исмәғилева, Әлиә Йәнғужина, Исламнур Дәүләтбәков, Раушания Ғайсина, Әминә Билалова, Рамаҙан Байгилдин, Ирхан Ғәбделмәнов, Йәсмин Сәлихова, Алһыу Гәрәева, Риана Кәлимуллина, Самира Хәйретдинова, Тимерхан Вәлиевтәр һуғыш тураһындағы шиғырҙарҙы һөйләп, тамашасыларҙы тетрәндерҙе. Ә VI «Б» синыфы уҡыусылары «Батырҙар йыры»н башҡарып һоҡландырҙы. Тамашаны әҙерләүҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Эльмира Салауат ҡыҙы Хәсәнова менән Лилиә Ғилметдин ҡыҙы Бикбаевалар ҙур тырышлыҡ һалған.
Быйыл бөйөк яҙыусыбыҙ Яныбай Хамматовтың тыуыуына 100 йыл тулһа, 28 сентябрҙә вафатына 25 йыл була. Әммә әҙиптең исеме халҡы күңелендә йылдан-йыл нығыраҡ урын ала бара. Ҡыҙы Гүзәл атаһының байтаҡ әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә итте. Ул да Яҙыусылар союзы ағзаһы ине. Үкенескә күрә, ғүмере иртә өҙөлдө. Уның эшен ҡыҙы Алһыу Әнүәр ҡыҙы, бүләсәрҙәре Әйшә менән Наилә дауам итә. Әҙиптең 100 йыллығына ҡарата «Алтын юлағым» тигән автобиографик характерҙағы китабын әҙерләп сығарҙылар.
Белорет районында арҙаҡлы яҡташтарының исемен мәңгеләштереү буйынса маҡсатлы эштәр башҡарыла. Тыуған ауылы Исмаҡайҙа музейы булдырылған. 22-се гимназияға яҙыусы исеме бирелгән. Яныбай Хамматов исемендәге премия бар. «Яныбай Хамматов уҡыуҙары»н ойоштороу ҙа матур йолаға әйләнгән.
Яҙыусының әҙәби эшмәкәрлеге юғары баһаланған. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла, Ким Әхмәтйәнов, Салауат Юлаев исемендәге премиялар лауреаты, һәр төрлө ойошмалар, министрлыҡтарҙың премиялары, дипломдар менән билдәләнгән.
Яныбай Хамматов 1942 йылдан фронтта була. Хәрби хеҙмәттәре өсөн II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә.
Бәләкәйҙән етем ҡалып, тормоштоң бөтөн ауырлығын кисергән яҙыусы халҡыбыҙҙың тарихы хаҡында үлемһеҙ әҫәрҙәр ижад итеп, бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Яныбай Хамматов үҙе тере саҡта уҡ Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ ине. Һуңлап булһа ла уға был исем бирелер, тип ышанабыҙ.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.