Минең атай илде һаҡлай
«Илде һаҡлау –ир-аттың
Иң ҙур изге бурысы.
Илде һаҡлай барса халыҡ –
Башҡорт, татар, урыҫы», –
Яуға киткән саҡта былтыр
Шулай тине атайым.
«Әсәйеңә терәк бул һин!» –
Был һүҙен онотмайым.
Минең атай илде һаҡлай,
Ә мин өйҙө һаҡлайым.
– Мин булғанда, әсәй, ҡурҡма,
Атай һүҙен аҡлармын!
Селтәр үрә әсәйҙәр
Күмәкләшеп йыйылышып,
Әсәйҙәр үрә селтәр.
Уны үреү өсөн кәрәк
Көрән таҫмалар, ептәр.
Яу ҡырында дрондарҙан
Танкыларҙы ул һаҡлай.
Һалдаттарға – ныҡлы ышыҡ,
Тип аңлатты бер апай.
Күп булһын селтәрҙәр, тип
Беҙ ҙә килдек ярҙамға.
Яугир ағайҙарға хатта
Онотманыҡ яҙырға.
Селтәр үрә күп әсәйҙәр,
Юҡ шул эштең еңеле.
Күҙ нурҙары төшкән селтәр
Яҡынайтһын еңеүҙе!
Беҙ – шайморатовсылар!
(йыр)
«Башҡорттар китте һуғышҡа,
Оҙатып ҡалды күк Урал.
Ат уйнатып алдан бара
Шайморатов генерал…»
Ошо йырҙы йырлап-еңеп
Ҡайтҡан ата-бабалар.
Батыр хаҡындағы йырҙы
Йырлай хәҙер балалар.
Ҡушымта:
Беҙ – йәш шайморатовсылар,
Беҙ – йәш шайморатовсылар!
Беҙ – терәге ил – Ватандың,
Беҙ – ҡалҡаны, һай, Ватандың!
Йөрәктәр(е)беҙ дөп-дөп тибә,
Тояғылай аттарҙың.
Беҙ торғанда ил һағында
Эҙе булмаҫ яттарҙың!
Ҡушымта.
Илебеҙҙе, еребеҙҙе
Дошмандарға бирмәбеҙ!
Ныҡлы булһын илем – Рәсәй,
Башҡортостан – тирмәбеҙ!
Ҡушымта.
Ирек ағай – ирекмән
Минең Ирек ағайымды,
Ирекмән, тиҙәр күптәр.
Нимә була ул ирекмән?
Белгең киләме күптән?
–Ирекмән – ул ололарға
Ярҙам итеүсе кеше.
Илгә терәк кешеләрҙең
Һанап бөткөһөҙ эше.
Йөрәк ҡуша бындай эшкә,
Һөйәлгә тулыр усың, –
Тиеп миңә Ирек ағай
Аңлатты үҙ бурысын.
Мин дә үҫкәс, уның һымаҡ,
Буласаҡмын ирекмән.
Мәшәҡәте күп булһа ла,
Ауырлыҡҡа бирешмәм.
Мин – Илһөйәр
Мин тыуғас та исемемде
Илһөйәр тип ҡушҡандар.
Әсәй-атай, өләсәйҙәр
Ҡосағына ҡыҫҡандар.
– Илһөйәр ҙә, тәүфиҡлы ла
Булып үҫһен ҡыҙыбыҙ, –
Тигән ике олатай ҙа, –
Булһын кескәй ҡуҙыбыҙ.
Бик бәхетле мин өйөмдә,
Барыһы ла һөйәләр.
Ныҡ яратам мин илемде,
Исемем бит – Илһөйәр!
Армияға барырбыҙ
Хәрби хеҙмәт етте, тиеп,
Китә бик күп ағайҙар.
Сыныҡмаған кешеләрҙе
Армияға алмайҙар.
Шуға күрә дуҫтар менән
Сынығабыҙ туҡтауһыҙ:
Тәкмәс атып йүгерәбеҙ
Һәм атабыҙ уҡтан беҙ.
Турникта ла күтәрелеп,
Ярышабыҙ күмәкләп.
Тиргә батып бөткәс инде
Ҡойонабыҙ күнәкләп.
Ә ҙурайғас, автоматтан
Өйрәнербеҙ атырға.
Шунан инде күп тә ҡалмай
Армияға барырға.
Алып ҡайт Еңеүҙе
(йыр)
Ҡояш гелән балҡып тормай,
Болот ҡаплай ҡай сағын.
Сыҡсы йәһәт, Ҡояш апай,
Һағындырҙы ҡосағың!
Ҡушымта:
Эй, ҡояшҡай, Еңеүҙе
Алып ҡайт бер иртәлә.
Шатлыҡ нурҙарын һибеп,
Беҙҙе наҙла, иркәлә!
Ерҙең йөҙөн һис тә, тимен,
Ҡапламаһын болоттар.
Булмағанға донъя имен,
Сәскәләр ҙә бойоҡтар.
Ҡушымта.
Таралһындар бар болоттар,
Ҡояшҡай, торсо балҡып.
Һуғыш тигән ҡан ҡойоштар
Сыҡмаһын бүтән ҡалҡып!