Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республика буйынса хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә 127 000 һалдат һәм офицер иҫәпләнә. Ҡайһы бер объектив сәбәптәр – Советтар Союзының тарҡалыуы, үҙәкләштерелгән мәғлүмәттәр базаһының булмауы, архивтарҙың юҡҡа сығыуы, һөйәктәрҙе идентификациялау менән проблемалар, төбәктәрҙә топонимиканың үҙгәреүе, финанслау етмәү һәм башҡалар эҙәрмәндәрҙең эшен ҡыйынлаштыра.
Шулай ҙа әлегә ҡайһы бер ғаиләләрҙә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙың документтары – фронттан хаттар, яугирҙарҙың фотоһүрәттәре һаҡлана. Хаттарҙа ялан почтаһының номеры күрһәтелә, ә фотоһүрәт аша яугирҙың хәрби дәрәжәһен белергә мөмкин. Былар эҙләнеү эштәрен бер аҙ еңелләштерә ала.
Бынан алда уҙғарылған «Геройҙар эҙһеҙ юғалмай» акцияларында ҡатнашыу һөҙөмтәһендә бер нисә кеше туғандарының ҡайҙа ерләнгәнен белде, ниндәй фронтта һуғышҡанын һәм ҡайһы госпиталдәрҙә дауаланғанын асыҡланы.
Әгәр ҙә һеҙ һуғышта хәбәрһеҙ юғалған атай-олатайҙарығыҙҙың яҙмышын асыҡларға теләһәгеҙ, 14 мартта иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 3-кә тиклем Матбуғат йортона килегеҙ. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13.
Мәғлүмәт "Ватандаш" журналы сайтынан алынды.