+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Әсәм теле - сәсән теле
9 Августа 2021, 11:26

Межгорьелағы балалар баҡсаһында ике телле төркөм асыла

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы етәкселеге Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль округының башҡорт йәмәғәтселеге менән осрашты.

Межгорьелағы балалар баҡсаһында ике телле төркөм асылаМежгорьелағы балалар баҡсаһында ике телле төркөм асыла
Межгорьелағы балалар баҡсаһында ике телле төркөм асыла

Бында туған телдәрҙе өйрәнеү буйынса фекер алыштылар. Әлеге ваҡытта ҡаланың барлыҡ балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү түңәрәктәре ойошторолған. Ә яңы уҡыу йылы башынан 2-се балалар баҡсаһында тәүге билингваль төркөм дә эшләй башлай. Хәҙер ата-әсәләр берләшмәһе урта мәктәптәрҙең береһендә билингваль синыф асыу өсөн ғаризалар йыя.
Быйыл 1-се мәктәпкә тәүге сығарылыш уҡыусыһы, билдәле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Барый Абдрахмановтың исеме бирелгән. Урындағы ҡоролтай билдәле яҡташтарының музей-кабинетын ойоштороу тураһында ла хәстәрләй.
Межгорье һәм Белорет халҡы — Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу буйынса «Шайморатовсылар» проекты активистары исемлегендә. Улар туплап тапшырған күп кавалеристарҙың биографик мәғлүмәттәре Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡорт энциклопедияһы менән берлектә сығарған белешмә баҫмаһына индерелгән дә инде. Башҡортостан атлылары тураһында мәғлүмәттәрҙе тулыландырыу эше әле лә дауам итә.
Сарала ҡатнашыусылар төбәк тарихын өйрәнеү, тыуған яҡты өйрәнеүселәр хәрәкәтен популярлаштырыу мәсьәләләрен дә ҡараны. Межгорье башҡорттары быйыл ҡоролтай иғлан иткән Башҡорт тарихы йылында ырыуҙар хәрәкәтенә ҡушылырға ниәтләй. 11 августа Татлы ҡалаһында Ҡатай йәштәренең 10-сы йыйынына арналған байрам ойошторола. Унынсы йыйын иһә 21август Сермән ауылында уҙа.
Межгорье ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем ағзалары Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Ойошма етәксеһе Вилмир Әүбәкиров һәм педагог Зөлфиә Фәхретдинова «Ал да сәс нур халҡына» миҙалы менән бүләкләнде.

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir .

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас