+14 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
2 Сентябрь 2021, 14:38

Рәсәй төбәктәренә башҡорт теленән дәреслектәр еткерелә

Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан Рәсәй төбәктәрендәге белем биреү учреждениелары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса уҡыу дәреслектәре, ҡулланмалар, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттарына стендтар һәм күргәҙмә әсбаптар һатып алынды. Был эш «Башҡортостан Республикаһы дәүләт телдәрен һәм Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» программаһы буйынса башҡарылды.

Рәсәй төбәктәренә башҡорт теленән дәреслектәр еткерелә
Рәсәй төбәктәренә башҡорт теленән дәреслектәр еткерелә

20-21 августа Силәбе өлкәһендәге Сосновка, Сыбаркүл, Красноармейск, Ҡонашаҡ, Арғаяш райондарындағы, Силәбе ҡалаһындағы белем биреү учреждениеларына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары өсөн 8 комплект стенд, 3 мең 630 дана дәреслек, уҡыу ҡулланмаһы, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш дәфтәрҙәре, шулай уҡ мәктәп китапханалары өсөн нәфис әҙәбиәт алып барып еткерелде.

20 – 31 августа уҡыу-методик әҙәбиәтте Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ, Төйлөгән, Һарыҡташ, Красногвардейск, Яңы Сергиевка, Александров райондары һәм Татарстан Республикаһының Ҡазан, Яр Саллы ҡалаларындағы белем биреү ойошмалары ла алды.

Әйтергә кәрәк, үткән уҡыу йылында республикабыҙҙан ситтәге 57 белем биреү учреждениеһында башҡорт теле өйрәнелде: Силәбелә – 39, Ырымбурҙа – 11, Ҡурған һәм Һамар өлкәләрендә – 3-әр, Һарытауҙа – 1. Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен фән булараҡ 4 меңдән ашыу бала өйрәнә.

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: