+13 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
10 Сентябрь 2021, 11:33

Ҡурғандар башҡорт телен өйрәнә

Уҙған уҡыу йылында Ҡурған өлкәһенең ике белем усағында уҡыусылар башҡорт телен өйрәнгәйне. Ошо төбәктең Сафакүл районынан өс педагог туған телебеҙҙе уҡытыу өсөн махсус әҙерлек курстары ла үткәйне.

Ҡурғандар  башҡорт телен өйрәнә
Ҡурғандар башҡорт телен өйрәнә

Быйыл иһә Сафакүл районының Ялан мәктәбе уҡыусылары ла тәүге тапҡыр башҡорт теле дәрестәрен уҡый башланы. Сөләймән һәм Абултай мәктәптәрендә лә туған тел дәрестәре ҡабаттан тергеҙелде. Сафакүлдә башҡорт теле – I – IX, Яланда – II, VII, VIII, Абултайҙа – II, III, IV, Сөләймәндә V, VI, IX синыфтарҙа уҡытыласаҡ.
Башҡорт теле дәрестәрен ойоштороуҙа әүҙемлек күрһәткән өсөн Ҡурған өлкәһенең йәмәғәтселәре Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығына, Ҡурған өлкәһе Сафакүл районының мәғариф идаралығына һәм уның етәксеһе Әлфиә Таһир ҡыҙы Миңлехановаға оло рәхмәтен белдерә.

 

 

Фото: https://vk.com/kurultaibashkir.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: