Түңәрәккә беҙ 13-ләгән малай йөрөйбөҙ. Ағайыбыҙ башта ҡурайҙы нисек тоторға, бармаҡтарҙы дөрөҫ ҡуйып, һыҙғыртырға, унан ноталар буйынса уйнарға өйрәтте. Тәүҙә еңелерәк, дәртлерәк булған «Любизар», «Ҡарабай» көйҙәрен үҙләштерҙек. Инде хәҙер «Ялан сәскәләре», «Катюша», «Йәнғәле» исемле көйҙәрҙе лә уйнай беләбеҙ.
Миңә ете йәш булған саҡта музыка ҡоралдарында уйнарға хыяллана торғайным. Уйым тормошҡа ашты. Ҡурай түңәрәгенә йөрөүемә шатмын. Өйрәнгән көйҙәрҙе өйҙә атайым менән бергәләп уйнайбыҙ.
Уҡытыусыбыҙға һаулыҡ теләйбеҙ. Артабан да түңәрәгебеҙҙең эше йәнле барһын, тигән теләктә ҡалам.
Рузил ҒӘЛИУЛЛИН, VIII синыф уҡыусыһы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.