-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
11 Ноябрь 2021, 09:22

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре ойошторолдо

13 сентябрҙән 22 октябргә тиклем Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә күренекле башҡорт шағирәһе ижадына арнап Кәтибә Кинйәбулатова көндәре уҙғарылды. Был сараларҙы республикабыҙҙың Мәғариф һәм фән министрлығы Силәбе өлкәһендәге Башҡортостан вәкиллеге менән берлектә ойошторҙо.

Кәтибә Кинйәбулатова көндәре ойошторолдо
Кәтибә Кинйәбулатова көндәре ойошторолдо

Был көндәргә ярашлы, Кәтибә Кинйәбулатованың тормошо һәм ижадына арнап башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында конкурс, тыуған яҡтың тарихына, Силәбе һәм Ҡурған өлкәләрендә тыуған башҡорт халҡының күренекле шәхестәренә бағышлап был яҡтарҙағы белем биреү учреждениеларында уҡыусылар араһында фәнни-ғәмәли конференция, йәш шағирҙар, Кәтибә Кинйәбулатованың әҫәрҙәрен һөйләүселәр бәйгеләре үткәрелде. Был барлыҡ конкурстарҙа Силәбе һәм Ҡурған өлкәләренең 55 белем биреү ойошмаһынан 179 кеше ҡатнашты. Еңеүселәр һәм призёрҙар ҡиммәтле бүләктәр, мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнде.

Әйткәндәй, был саралар «Республика һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү» дәүләт программаһына ярашлы тормошҡа ашырыла.

 

 

Фото: https://education.bashkortostan.ru/

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: