+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
17 Ноябрь 2021, 14:02

Рауил Бикбаев көндәре үтәсәк

6 – 10 декабрҙә Ырымбур өлкәһендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев көндәре үтәсәк. Уны республикабыҙҙың мәғариф һәм фән министрлығы дистанцион рәүештә ойоштора.

Рауил Бикбаев көндәре үтәсәк
Рауил Бикбаев көндәре үтәсәк

Был сараға ярашлы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында Рауил Бикбаев тормошо һәм ижадына арналған «Иң яҡшы асыҡ дәрес», мәктәп уҡыусылары араһында Ырымбур өлкәһенән сыҡҡан халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәренә, телгә һәм тыуған төйәктең тарихына арналған иң яҡшы фәнни-ғәмәли эш конкурстары, йәш шағирҙар, Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәрен башҡарыусылар бәйгеләре уҙасаҡ. Әлеге сараларҙа ошо төбәктең уҡытыусылары, уҡыусылар ҡатнаша ала. Уларҙың эштәре [email protected] электрон почтаһы буйынса башҡорт һәм урыҫ телдәрендә ҡабул ителә.

Рауил Бикбаев көндәренә йомғаҡ министрлыҡтың сайтында 23 декабргә тиклем яһаласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма буйынса https://education.bashkortostan.ru/documents/active/382664/ алырға була. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 218 16 93.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: