+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
30 Ноябрь 2021, 15:38

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса бушлай курстар башланды

Дәрестәр баш ҡалабыҙҙың 44-се мәктәп бинаһында үткәрелә. Бында балаһына туған телде өйрәтергә теләгән атай-әсәйҙәр уҡый башланы.  

Башҡорт телен өйрәнеү буйынса бушлай курстар башланды
Башҡорт телен өйрәнеү буйынса бушлай курстар башланды

Дәрестәрҙе «Башҡорт теле. Яңы ҡараш» уҡыу ҡулланмаһы авторҙары, башҡорт һәм төрөк телдәре уҡытыусыһы Ләлә Сафина менән филология фәндәре кандидаты Рида Латипова алып бара. Уҡыу май айына тиклем дауам итәсәк.

– Ҡыҙыҡһыныусыларҙың күп булыуын иҫәпкә алып, интернет селтәренән дә трансляция барасаҡ. Ырымбур, Межгорье, Салауат ҡалаларынан, Ҡалтасы һәм Учалы райондарынан да ҡушылырға теләүселәр бар, – ти ойоштороусылар.

Уларҙың белдереүенсә, курс ата-әсәләргә һәм балаларға тәғәйенләнгән. Шуға күрә дәрескә бөтә ғаилә менән дә килергә мөмкин. Әгәр ҙә балалар күбәйеп китһә, айырым төркөмөн асыу мөмкинлеге лә бар.

 

 

Фото: https://vk.com/bash_fond

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: