+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
1 Декабрь 2021, 09:26

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы еңеүселәре премия аласаҡ

Республика Башлығы Радий Хәбиров башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призёрҙарға, шулай уҡ уларҙы әҙерләгән педагогтарға премия булдырырға ҡушты. 

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы еңеүселәре премия аласаҡ
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһы еңеүселәре премия аласаҡ

Хәҙер төбәк-ара олимпиадаһы еңеүселәре, уларҙы әҙерләгән уҡытыусылар 5-әр мең аласаҡ. Ә призёрҙар һәм уларҙың уҡытыусыларына 3-әр мең биреләсәк.

Республикабыҙҙа үтәсәк Башҡорт теле көнө алдынан республика Башлығының шундай премия булдырыуы иғтибарға лайыҡ. Был байрам  халҡыбыҙҙың мәғрифәтсе шағиры Мифтахетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арналасаҡ.

 

 

Фото: интернет селтәренән.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: