+18 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
1 Декабрь 2021, 08:32

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн

Дуҫтар, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн шәп яңылыҡ. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты «Башҡорт телен өйрәнеү буйынса халыҡ-ара дистанцион система»ның өсөнсө кимәлен эшләй.

Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн
Башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн

Был системаға  https://region.bspu.ru һылтанмаһы буйынса инә алаһығыҙ. Бында үҙегеҙҙең телде белеү кимәлен тикшерә, белемегеҙҙе камиллаштыра ла алаһығыҙ. Портал бик  уңайлы форматта эшләнгән. Күнегеүҙәр төрлөлөгө, уларҙың һәр кимәл өсөн яраҡлаштырылған булыуы телде еңел генә итеп өйрәнеүгә булышлыҡ итә.

Сайтта «Башҡортостанды яҡшы беләһегеҙме?» үҙ-үҙеңде тикшереү, башҡорт телен өйрәнергә теләүселәр өсөн онлайн-курс, башҡортса-урыҫса һүҙлек, «Башҡортостан мөйөштәре» интерактив картаһы, мәғлүмәт ресурстарының медиатекаһы ла бар.

 

 

Фото: https://vk.com/bash_fond.

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: