Мәҙәни-ял итеү учреждениелары, китапханалар, музейҙар, балалар сәнғәт мәктәптәре флешмобтар, Мифтахетдин Аҡмулла шиғырҙарын уҡыу, тыуған яҡты өйрәнеү буйынса видео күҙәтеүҙәр, видеопрезентациялар, виртуаль күргәҙмәләр, онлайн-викториналар ойошторасаҡ, социаль селтәрҙәрҙә спектаклдәр һәм концерттар күрһәтәсәк. Шулай уҡ оҫталыҡ дәрестәре, тыуған яҡты өйрәнеү сәғәттәре, әҙәби кисәләр, лекциялар һәм синыф сәғәттәре лә көтөлә.
Сараларҙың тулыраҡ планы менән беркетелгән файлда танышырға була.