+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
7 Декабрь 2021, 14:28

Ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары күрһәтеләсәк

Башҡорт теле көнөндә, 14 декабрҙә, «Родина» кинотеатрында Башҡортостан кинематографистары төшөргән ҡыҫҡа метражлы башҡортса фильмдар күрһәтеләсәк.

Ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары күрһәтеләсәк
Ҡыҫҡа метражлы башҡорт фильмдары күрһәтеләсәк

Был көндә тамашасыларға  өс фильм тәҡдим ителә:

1. «Әсе бал». Айнур Асҡаровтың был документаль-уйын фильмында солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән өлкән йәштәге ир кешенең тормошо хаҡында һөйләнелә.

2. «Асия». Динара Әбдрәшитованың ҡыҫҡа метражлы фильмы.

3. «Ете ҡыҙ театры». Салауат драма театры тарихы тураһында Кирстен Гайнеттың документаль фильмы.

Киноға инеү бушлай. Рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

Фото: https://vk.com/kulturarb

 

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: