+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
14 Декабрь 2021, 15:03

Башҡорт теле көнөнә арналған проекттар презентацияһы үтәсәк

Бөгөн Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар презентацияһын социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа ҡарарға мөмкин. Был хаҡта Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә хәбәр итә.

Башҡорт теле көнөнә арналған проекттар презентацияһы үтәсәк
Башҡорт теле көнөнә арналған проекттар презентацияһы үтәсәк

Уларҙы ошо һылтанма буйынса  https://youtu.be/f7LxVXGiBKw көндөҙгө сәғәт 4-тә ҡарарға була. Бында  яңы проекттар презентацияһы көтөлә, «Минең әкиәт», википедистарҙың «Беҙ – башҡорттар» конкурстары еңеүселәре бүләкләнәсәк.

 

Фото: https://vk.com/bash_fond

Автор:Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: