Мәшһүр хазинаны көн һайын 6.05 һәм 18.05 сәғәттәрҙә тыңларға була.
Хәбәр итеүҙәренсә, әле яҙҙырыу тамамланып килә, 8-се бүлек өҫтөндә эшләйҙәр. Башҡортостандың халыҡ артисы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының ағзаһы Хөрмәтулла Үтәшев:
– «Ашҡаҙар» радиоһының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова миңә «Урал батыр» эпосын радио тыңлаусыларға тулыһынса уҡырға, тип тәҡдим иткәс, тәүҙә баҙап ҡалдым. Был эпос – милләтебеҙҙең ҡомартҡыһы. Ул үҙенең күләме, эстәлеге һәм идеяһы менән башҡа ҡәүемдәрҙе генә түгел, үҙебеҙҙе лә таң ҡалдыра. Ләкин тауыш режиссёры булып пульт артында Гөлнур Моталлапова үҙе эшләйәсәк, тигәс, ризалаштым. Ни өсөн тигәндә, Гөлнур – үҙ эшенең оҫтаһы, бик тәжрибәле, талапсан белгес.
Бына шулай әлеге мәлдә ҙур яуаплылыҡ менән «Урал батыр» эпосы өҫтөндә эш алып барыла.
Сығанаҡ һәм фото: https://vk.com/feed?w=wall-109622739_55922