-3 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
13 Декабрь 2022, 12:20

Телем

ИҒТИБАР! "ӘСӘМ ТЕЛЕ - СӘСӘН ТЕЛЕ" БӘЙГЕҺЕНЕҢ СИРАТТАҒЫ ҠАТНАШЫУСЫҺЫ!

Телем
Телем

Туған телем - башҡорт теле

Ата-бабамдан ҡалған.

Уның менән ғорурланып, 

Күпме шиғырҙар тыуған.

 

Маҡтай уны шағирҙары,

Йырсылар уны данлай.

Шуға күрә башҡорт теле

Бөтә донъяны яулай.

 

Хатта башҡа миләттәр ҙә

Өйрәнә башҡорт телен.

Шул уҡ мәлдә ҡайһы берәү

Белмәй үҙ туған телен.

 

Туған телде белмәү яҙыҡ,

Ул бит беҙҙең аманат.

Бар көсөбөҙгә һаҡлайыҡ,

Сығармайыҡ яманат!

Гөлйемеш МӨХӘМӘТОВА, VIII синыф уҡыусыһы.

Бөрйән районы Ҡолғана мәктәбе.

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: