+6 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Әсәм теле - сәсән теле
21 Ноябрь 2023, 18:00

Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә

Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәниәт һарайында Бөрйән районы уҡыусылары «Урал батыр» эпосы буйынса театрлаштырылған тамаша күрһәтте. Унда 60 бала һоҡланғыс сығыш яһаны һәм үлемһеҙ эпостың төп мәғәнәһен тамашасыларға еткерә алды. Республика кимәлендәге мәртәбәле сараны үткәреүгә һәр йә­һәттән ярҙам иткән районыбыҙҙың Өфөләге яҡташтар берлеге рәйесе Ришат Сабитовҡа, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры директоры Рәфис Мөхәмәтйәновҡа, Башҡорт­остан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли белем биреү идаралығы етәксеһе Илдус Ҡаһармановҡа, тамашаны сәхнәгә ҡуйыусы талантлы режиссёр Илнур Лоҡмановтарға ҙур рәхмәт.

Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә
Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә

– Быуындан-быуынға күсеп килгән «Урал батыр» эпосы һәм Урал батырыбыҙ тыуған ерҙә бөр­йәндәрҙең йәшәүе – ҙур мәртә­бә. Республикабыҙҙың баш ҡала­һы сәхнәһендә үҙҙәрен таныт­ҡан балаларыбыҙ менән ғорурланам. Бөгөн үҙ телебеҙҙә иҫ киткес юғары кимәлдә сығыш яһаны яҡташтарым, – тине Бөрйән районы хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов. – Беҙҙең балалар ҙа Урал батыр тыуған ерҙә йәшәй, шул һауаны һулай. Улар­ға бәхетле бала саҡ, матур киләсәк теләйем. Ә инде эпосты сәхнәгә сығарыу йәһәтенән иң ҙур рәхмәтемде Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссёр Ил­нур Флүр улы Лоҡмановҡа белдерәм. Заман технологиялары менән һуғарылған тамаша барыбыҙҙы ла хайран итте.
Тамашасылар араһында Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғус­ҡаров, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Айгиз Баймөхәмәтов, Рәмзиә Кәримо­ва, Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова, Башҡортостан Респуб­ликаһы Хакимиәтенең бүлек начальнигы Данир Йәғәфәровтар ҙа бар ине.
Йәш артистарыбыҙҙың иңдәренә ҡанат ҡуйыусы, һәр саҡ эпосты тәрән өйрәнеүгә дәртләндереп, ошо олуғ сарала ҡатнашыуға этәргес биреүсе Роза Ғүмәрованың өлөшө бик ҙур. Бөрйәнебеҙҙә был эш бер бөгөн генә башланмаған, бик оҙаҡ йылдар дауамында балалар баҡсаһының «Тәнәй Урал батырҙары»нан алып оло синыф­тарғаса бәйләнешле алып барыл­ған бик ҙур эш һөҙөмтәһе был.
Районда XXVII «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәрҙең район конкурсы үткән апрель айында Өфөнән килгән ҡунаҡтар балаларҙың сағыу сығыштарына һоҡланып, баш ҡаланың ҙур сәхнәһендә күрһәтерлек тамаша, тип юғары баһалай. Шунан был тәҡдимде тормошҡа ашырыу юлдарын эҙләй башлай ҙа инде бөрйәндәр. Әлбиттә, бының өсөн район хакимиәте башлығы урынбаҫары Венера Вәлиева күп көс һалды.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Илшат Сәйфетдинов менән район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Клара Теләүбаевалар­ҙың ҡулға-ҡул тотоношоп эшләүҙәре һөҙөмтәһендә балалар­ҙың сығыштары бик сағыу булды. Районыбыҙҙың «Самрау» өлгөлө бейеүселәр ансамбле етәксеһе Наилә Нурдәүләтоваға ла рәхмәт. Тауыш операторы яуаплылығында эшләүсе Байназар ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре, йырсы егет Артур Нәж­метдинов, яҡтылыҡ операторы Таһир Йортбағышевтарҙың хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. Шулай итеп, күптәнге бер яҡты хыялыбыҙ тормошҡа ашты.
Илнур Лоҡмановтың балалар­ға теләге бер: "Артист уҡ булып китмәһәләр ҙә, шундай орлоҡ һалыу кәрәк, уларҙың күңеле саф һәм таҙа булһын! Иң ҙур бә­хет ана шул. Әгәр ошо теләгебеҙгә ирешә алһаҡ, беҙ шат та, бәхетле лә буласаҡбыҙ", – ти ул.
Тамашасылар өсөн шулай уҡ эпосты тасуирлаған һәм райондағы ошо йүнәлештәге эҙмә-эҙлекле эште яҡтыртҡан фотозона, китап күргәҙмәләре, үҙенсәлекле сәйәхәт-әңгәмәләр әҙерләнгәйне. «Бөрйән районы энциклопедияһы», ҡулъяҙма китаптар, уҡыусыларҙың һәм өлкәндәрҙең «Минең ғаиләм энциклопедияһы» сағыу күргәҙмәләре һәр кемдең иғтибарын йәлеп итте.
Балаларға ҡаланың иҫтәлекле урындарына, музейҙарға онотолмаҫлыҡ сәйәхәттәр ҙә ойошторолдо. Уларҙың Шайморатов генерал һәйкәле янына барыуы, Милли музейҙа булыуы күңелдәрендә онотолмаҫлыҡ тәь­ҫораттар ҡалдырҙы. «Тамыр» балалар һәм үҫмерҙәр телестудияһында тапшырыуға төшөргә лә өлгөрҙөләр. Ныҡ күңелле булды!

Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә
Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә
Бөрйәндәр – Өфө сәхнәһендә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: