Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет
Китап ҡәҙерен белгән кешегә.
Рәми ҒАРИПОВ.
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәтенең күптән йәшәп килгән яҡшы ғәмәлдәренең береһе – «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы яңы һулыш алды. Хөрмәтле авторыбыҙ Факил Мырҙаҡаев балалар өсөн нәшриәтебеҙҙә баҫылып сыҡҡан китаптарының 25-әр данаһын «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәре, «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары редакцияларына бүләк итте.
Факил Сәлих улы Мырҙаҡаев – яҙыусы, тәржемәсе, журналист, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар, Журналистар союздары ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия, Ҡаҙағстандың Әхмәт Йәсәүи исемендәге халыҡ-ара премияһы лауреаты. Төрлө йәштәге уҡыусылар өсөн яҙылған ике тиҫтәнән ашыу повестар һәм хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Яҙыусының әҫәрҙәрендә йәш быуында Тыуған иленә һөйөү тәрбиәләү менән бергә дуҫлыҡҡа тоғролоҡ, өлкәндәргә ҡарата ихтирам, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш, кешелеклелек һәм белемгә ынтылыш хуплана.
Ҡәҙерле авторҙарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ, «Изге ҡулдарҙан китап» акцияһы дауам итә, уға һеҙ ҙә ҡушыла алаһығыҙ. Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ.
Илзидә ЙОСОПОВА.