"21 февраль – һәр халыҡтың үҙ телен ҙурлау көнө. Ер йөҙөндә юғалып барған телдәрҙе һаҡлап ҡалыу маҡсатында 1999 йылда ЮНЕСКО уны Халыҡ-ара туған тел көнө тип иғлан итте. Ер шарында йәшәүсе халыҡтар 6 меңгә яҡын телдә аралаша, уларҙың күптәре юғалыу сигендә. Ошо дата айҡанлы икенселәрем менән милли кейемдәр тураһында һөйләштек", – тип яҙған ул.