Был – әлеге ваҡытта яңылыҡтарҙа иң йыш яңғыраған цитаталыр, моғайын. Кисә ил Президенты Владимир Путин Астанаға сәфәре һөҙөмтәләре буйынса журналистарҙың һорауҙарына яуап биреп, шулай тине.
21 сентябрҙә резервтағы 300 мең кешене мобилизацияға йәлеп итеү тураһында иғлан ителгәйне. Әле 222 мең ир-ат мобилизацияланған. Ил етәксеһе белдереүенсә, Оборона министрлығынан бер ниндәй ҙә яңы тәҡдим килмәгән, өҫтәмә мобилизация планлаштырылмай. Яҡынса ике аҙнанан мобилизация саралары тамамланасаҡ.
Фото: yandex.