Сәнғәт оҫталары
31 Октября 2025, 06:50

Зәйнетдин концертына саҡыра!

18 ноябрь мультиинструменталист 2 концерт бирәсәк.

Зәйнетдин концертына саҡыра!Зәйнетдин концертына саҡыра!
Зәйнетдин концертына саҡыра!

Зәйнетдин үҙенең концерт-тамашаһына саҡыра.
⌚Ҡасан: 18 ноябрь, 12:00 һәм 15:00 сәғәттә.
📍Ҡайҙа: «Атайсал» мәҙәниәт үҙәге, Өфө ҡалаһы, Кустарная урамы, 17.
🎫Билеттар: Яндекс Афишала: vk.cc/cQJmjN, Пушкин картаһы ғәмәлдә.

Тамашасыларҙы милли музыканың күп төрлөлөгө, ҡеүәтле бейеүҙәр, үҙенсәлекле һәм заманса тамаша көтә. Төркөмдөң солисы һәм ойоштороусыһы Заһир Зәйнетдинов төрлө халыҡ инструменттарында уйнау оҫталығын күрһәтәсәк. Улар араһында: ҡурай, ҡумыҙ, домбра, жалейка, флейта, тин вистл, дудук, фуджара, варган, мелодика, гитара, тромбон һәм башҡалар.

Төркөмгә һылтанма: vk.com/wall-160777365_4700.

0+

 
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас