Үткән йылда был эшкә 8 меңдән ашыу ирекмән йәлеп ителгән, быйыл иһә – 5 мең һәм 2 мең социаль хеҙмәткәр. Уларҙың эш графигы иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем ойошторола.
Ирекмәндәр кәрәк-яраҡтарҙы ғариза ҡалдырыусы иҫәбенә аласаҡ. Улар өлкәндәргә поликлиникаға йәки дауаханаға барырға ла булышасаҡ.
Ирекмәндәр ярҙамына мохтаж ололар ғаризаны «Берҙәм Рәсәй»ҙең колл-үҙәгенең берҙәм һаны буйынса 8 800 201 89 03 телефонына шылтыратып ҡалдыра ала. Ғаризалар тик эш көндәрендә генә ҡабул ителә.