Ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү, балаларҙы яңы уҡыу йылына әҙерләү – акцияның төп маҡсаты. Ике ай дауамында «Ғаилә» район-ара үҙәктәрендә һәм уларҙың ҡала-райондарҙағы бүлексәләрендә мәктәп кәрәк-яраҡтары йыйыла. Хәйриә акцияһында теләге булған һәр кем ҡатнаша ала.
Кәнсә тауарҙары, яҙыу-һүрәт төшөрөү кәрәк-яраҡтары, дәфтәрҙәр, балалар ижады өсөн йыйылмалар яңы көйөнсә генә ҡабул ителә. Портфелдәр, мәктәп формаһы, дәреслектәр, нәфис әҙәбиәт яңы йәки һәйбәт торошта булырға тейеш. Был ярҙамға халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү учреждениеларында иҫәптә торған ғаиләләр дәғүә итә.
Шуныһы ҡыуаныслы: шәфҡәтлелек акцияһында ҡатнашырға теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. Социаль хеҙмәтләндереү, медицина, суд һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары кеүек төрлө сфералағы дәүләт учреждениеларында эшләүсе коллективтар, ҡала, район, ауыл хакимиәттәре лә ситтә ҡалмай. Эре коммерция эшҡыуарҙары, кесе һәм урта бизнес компаниялары етәкселәре лә үҙ командалары менән акцияға теләп ҡушыла.
Әйткәндәй, 2021 йылда 7185 аҙ тәьмин ителгән, күп балалы, тулы булмаған һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләрҙән 11568 балаға 13 161 544 һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Быйыл иһә «Мәктәпкә йыйынырға ярҙам ит!» хәйриә акцияһында ярҙам республикабыҙға Украина, Луганск һәм Донецк халыҡ республикаларынан килгән балаларға ла күрһәтеләсәк.
Был акция тураһында тулыраҡ www.семьярб.рф Башҡортостандың ғаилә порталында уҡый йә 8-800-347-5000 («Ғаилә» үҙәге) телефоны буйынса шылтыратып белешә алаһығыҙ.