-2 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шәфҡәт
24 Август 2022, 11:30

Сибайҙа гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә

Сибай ҡалаһының «Тиҫтер» үҫмерҙәр клубында Украинала махсус операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға гуманитар ярҙам йыйыу дауам итә. Сибайҙар клубҡа ир-егеттәргә кәрәкле әйберҙәр, тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек килтерә.

Ҡаланың социаль үҫешенә ярҙам мәрхәмәтлек фонды аша аҡсалата ярҙам да ҡабул ителә.
 – «Тиҫтер» клубында 9.00 – 17.00 сәғәттәрҙә кешеләрҙән ярҙам ҡабул итәбеҙ. Йыуыныу кәрәк-яраҡтары, ирҙәр эске кейемдәре, носки, таҫтамал менән бер рәттән дарыуҙар ҙа ҙур ихтыяж менән ҡуллана, – ти клуб директоры Лена Мөхәмәтова әүҙемерәк булырға өндәп.

Сығанаҡ һәм фото: vk.com

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: