– Улар әле Свердлов өлкәһе Елань ҡалаһында хәрби әҙерлек үтә. Ошо көндәрҙә район хакимиәте башлығы Марс Фарах улы Кашапов етәкләгән делегация унда барырға йыйына. "Йөрәк йылыһы" акцияһына ҡушылып, туғандары, ҡатын-ҡыҙҙар советы ойошмалары, ағинәйҙәр, хеҙмәт ветерандары йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, баш кейемдәре бәйләп әҙерләнек. Ә мәктәп уҡыусылары изге теләктәр теләп, төрлө открыткалар эшләне, – ти район ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Әлиә Ишморат ҡыҙы Ишбулдина.
Афариндар, салауаттар! Ил һаҡсылары иҫән-һау ҡайтһындар, илебеҙ тыныс булһын!