Сара республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт тарихы йылына, Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 80 йыллығына арналды. Мәртәбәле ҡунаҡтар араһында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, билдәле тарихсы, ғалим Нурислам Ҡалмантаев та бар ине. Ул шәжәрә байрамының әһәмиәтен билдәләп, ошондай фәнни, рухи-мәҙәни саралар республиканың һәр район-ауылында үтергә тейеш, тип белдерҙе. Нурислам Ҡалмантаев «Табын ырыуҙары союз»ының иң әүҙем ағзаларына Ҡоролтайҙың почет грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Байрамда легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры Мансур Хәмзинға арналған «Кавалерист Мансур» театрлаштырылған тамашаһы, Хәмзиндар шәжәрәһе презентацияһы, мәҙәни-спорт саралары, балалар һабантуйы, ижади конкурстар – һәр береһенә ҡыҙыҡлы һәм файҙалы булды. Хәмзиндарҙың шәжәрә байрамы илебеҙҙең төрлө төбәгенән 300-ҙән ашыу ҡунаҡты йыйҙы, улар өсөн ҡорбан ашы ойошторолдо.