Ҡырауҙан һуң донъя алмашынды –
Көндәр тартып тора һалҡынға.
Һары ғына ошо көҙҙәремдең
Алтындары йоҡһон аҡылға.
Имен килһен сылбырҙағы көҙөм,
Һау - сәләмәт булһын туғандар.
Көҙгө балҡыш инде – тирә - йүндә,
Йәй күптәнән атын туғарған.
Матур ғына килһен инде йылы –
Күңел һеркелдәтер хәлдәр бар.
Бәрәкәткә була яуһын япраҡ,
Аҡ бәхеттәр һибеп яуһын ҡар.
Ә әлегә көҙҙөң сыбар туйы
Ялан - ҡырҙа итә тантана –
Йәшеллеген һирпкән ағас - ҡыуаҡ
Мәллек балҡышына маҡтана...
Фото: vk.com