-1 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Шиғырҙар
31 Август , 19:40

Өмөт бир!

Ай-ҡояшты күктән һорамайым,

Өмөт бир!
Өмөт бир!

Эҙләмәйем ерҙән алтынды,
Нимә менән ризалатып була
Донъя күргән сабыр ҡатынды?

Эй Хоҙайым! Тыныслыҡ бир миңә!
Һорамайым һинән ғәләмәт:
Йән-тән тыныслығы бирсе миңә,
Балаларым булһын сәләмәт!

Раббым, һиңә үтенесем ябай:
Татыулыҡ бир, зинһар, һиллек бир,
Ышаныслы булһын килер көндәр,
Тик өмөттө барынан элек бир.

Өмөт булһа, сыҙай ҡатын кеше,
Күпкә түҙә, күпте кисерә,
Өмөт үлһә, ауыҙлыҡты сәйнәп,
Йөгөн алып ҡаса, бисара...

Өмөт менән генә, һүндермәйсә
Ут яндыра ҡатын усаҡта,
Ғүмере үтә мөғжизәләр көтөп,
Өмөт алдағында ҡай саҡта...

Булмаҫтайҙың булыуҙарын көтә,
Сөнки ҡатын-ҡыҙҙар сабыр, ныҡ!
...Бирсе, Тәңрем, беҙгә – ҡатындарға,
Бөтмәҫ өмөт менән сабырлыҡ...



Фирүзә АБДУЛЛИНА.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: