Был сараларҙа Мәғариф һәм фән министрлығы делегацияһы составында Милли мәғариф идаралығы төп белгес-эксперты Гөлсөм Дилмөхәмәтова, В.И. Ленин исемендәге 2-се Стәрлетамаҡ интернат-лицейы директоры Илшат Ҡәйепҡолов, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы директоры Булат Зинуров ҡатнашты.
Әйткәндәй, Фатима Хәмит ҡыҙы мәғариф министры булып эшләгән осорҙа 60-70 йылдарҙағы мәктәп реформалары башында торған. Ул республикабыҙ мәнфәғәтендәге күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн бихисап наградаларға лайыҡ була, шул иҫәптән Ленин ордены, ике тапҡыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә. Әле баш ҡалабыҙҙағы 20-се башҡорт гимназияһы 1999 йылдан алып Фатима Мостафина исемен йөрөтә.