-3 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Силәбелә - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге презентацияһы

15 апрелдә Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йортоноң Силәбе өлкәһендәге филиалында Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәген презентациялау сараһы ойошторола. Унда Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Силәбе өлкәһе Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Силәбе ҡалаһы хакимиәтенең Мәҙәниәт идаралығы, белем биреү учреждениелары вәкилдәре, башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре ҡатнаша.

Силәбелә - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге презентацияһы
Силәбелә - Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге презентацияһы

Презентация мәлендә Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшмәкәрлеге, киләсәккә ҡуйылған маҡсаттары менән тулыһынса таныша аласаҡ. Шулай уҡ үҙәктә музей зонаһы ла эшләйәсәк. Унда милли кейемдәрҙең иң сағыу өлгөләре, декоратив-ғәмәли сәнғәт тауарҙары, стилләштерелгән биҙәүестәр, Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгестәре тарафынан Силәбе өлкәһендәге фольклор экспедицияһында йыйылған боронғо экспонаттарҙың уникаль коллекциялары, башҡорт һәм татар яҙыусыларының М. Аҡмулла исемендәге әҙәби өлкә ойошмаһы ағзаларының  әҫәрҙәренән һәм төбәктең күренекле шәхестәре тураһындағы материалдарҙан торған әҙәби мөйөш менән танышырға мөмкин. Тирмә рәүешендә эшләнгән фотозонала милли башҡорт кейемдәрен кейеп, иҫтәлеккә фото төшөргә лә була. 

Презентация Силәбе ҡалаһында Ленин урамы, 13 а, 8-се офиста үтә.

Фото: https://eanews.ru/files/bashi

 

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: