+6 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар

Бер быуатлыҡ тарихы бар

Ҡурған өлкәһенең Сафакүл районы 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.

Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар

Район тарихы Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының данлы үткәненең айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. 1919 – 1922 йылдарҙа Сафакүл һәм Әлмән райондары биләмәһендә Ялан кантоны була, ул Башҡорт Республикаһы составына инә. Ҡурған ерендә тыуғандар йәш Совет Рәсәйенең һәм Башҡортостандың үҫешендә ҙур эҙ ҡалдыра.

Байрам көнөндә район халҡын һәм тантаналы сарала ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов ҡотланы.

“Бөгөн Сафакүл муниципаль округы – Ҡурған өлкәһенең бай мәҙәниәте һәм йолалары, матур тәбиғәте, үҫешкән ауыл хужалығы һәм социаль-иҡтисади инфраструктураһы булған алдынғы райондарының береһе. Бында тырыш кешеләр йәшәй, улар быуындан-быуынға күскән ата-бабалар мираҫын, аҡылын һаҡлай, башҡа халыҡтарҙың йолаларын һәм мәҙәниәтен хөрмәт итә”, – тип билдәләне ул.

Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Милли архивынан үҫеп килгән быуынға уникаль документ тапшырылды. Ул күп быуатлыҡ дөйөм тарихты, халыҡтарҙың дуҫлығын һәм төбәктәребеҙ араһындағы тығыҙ социаль-мәҙәни, сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе хәтерләтеп торасаҡ.

Тантана матур концерт менән дауам итте.

Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Бер быуатлыҡ тарихы бар
Автор:Лилиә Фазлетдинова
Читайте нас: