+10 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
12 Август 2021, 12:00

Путин бүләгенә лайыҡ булдылар

Владимир Путин Токиола үткән Олимпиадала илебеҙҙе данлаған спортсыларға спорттағы юғары ҡаҙаныштары өсөн дәүләт наградаларын тапшырыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Путин бүләгенә лайыҡ булдылар
Путин бүләгенә лайыҡ булдылар

Бүләкләнеүселәр араһында Башҡортостандан да барҙар. Фехтование буйынса Токио уйындары чемпионы Аделина Заһиҙуллина – Дуҫлыҡ ордены,  фехтование буйынса көмөш призёр Тимур Сафин "Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн I дәрәжә" ордены миҙалы менән бүләкләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Аделина команда иҫәбендә "алтын" яуланы, ә  Тимур команда менән сығыш яһау өсөн "көмөш" алды.

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: