-2 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
27 Август 2021, 12:30

Токиола ике миҙал яуланды!

Һөйөнөслө хәбәр!Токиола барған XVI  Йәйге паралимпиада уйындарында Башҡортостандан Аделина Разетдинова терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған спортсылар араһында 100 метрға брасс ысулы менән йөҙөүҙә бронза миҙал яуланы.

Токиола ике миҙал яуланды!
Токиола ике миҙал яуланды!

Был миҙал  Рәсәй  йыйылма командаһы өсөн 16-һы булды. Халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Европа чемпионатының бронза призёры, йөҙөү буйынса күп тапҡырҙар Рәсәй чемпионы Аделина - Туймазы ҡалаһы ҡыҙы. Башҡортостан Паралимпия резервы спорт адаптив мәктәбендә шөғөлләнә, тренеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Сергей Викторович Трухачёв.

Быға тиклем тағы бер яҡташыбыҙ, Салауат ҡалаһынан Андрей Николаев ирекле стиль менән 100 метрға йөҙөүҙә көмөш миҙал алғайны.Ҡотлайбыҙ!Әйткәндәй,Башҡортостандан Токиола барған паралимпиада уйындарында 14 спортсы ҡатнаша.Яҡташтарыбыҙға уңыштар теләйек!

Фото: Башинформ

Токиола ике миҙал яуланды!
Токиола ике миҙал яуланды!
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: