-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
30 Август 2021, 10:30

Беҙҙекеләр һынатмай

Үткән ял көндәре Токиола барған паралимпиадала ҡатнашыусы Башҡортостан спортсылары өсөн бик тә уңышлы булды.

Беҙҙекеләр һынатмай
Беҙҙекеләр һынатмай

 Һөйөнсө!Елена Прокофьевабыҙ өҫтәл теннисы буйынса турнирҙа алтын миҙал яуланы. Ул хәл иткес алышта француз спортсыһы Леа Фернеҙы еңде. Матч 11: 4, 8: 11, 11: 8, 11: 5 иҫәбе менән тамамланды. 

Ә Өфө рапирасыһы Никита Нагаев коляскала фехтование буйынса алышта Италиянан Маттео Беттиҙы еңде. 27 йәшлек яҡташыбыҙ - 2018 йылғы Европа чемпионы, уның иҫәбендә шулай уҡ бер нисә көмөш һәм бронза миҙал бар. 2017 йылдан Рәсәй паралимпия йыйылма командаһы составына инә.  

Шулай уҡ Башҡортостандың спорт йөҙөү мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Анна Крившинабыҙ ҙа республикабыҙға Токио Паралимпия уйындарының көмөш миҙалын алып ҡайтасаҡ. Ирекле стилдә 50 метрға  йөҙөүҙә финишҡа икенсе булып етте. Уның ваҡыты - 27,06 секунд. Беренсе урында – Бразилия йөҙөүсеһе Мария Каролина Гомес Сантьяго (26,82), өсөнсөлә – Италиянан Шарлотта Джилли (27,07). Беҙҙең Анна Крившина – һуҡырҙар спорты буйынса донъя, Европа һәм Рәсәй чемпионаттарының күп тапҡыр еңеүсеһе һәм призёры. Әйткәндәй, был миҙал - Токиола Башҡортостан спортсыларының бишенсе уңышы.Бөгөнгә Рәсәй йыйылма командаһы Токиола үткән Паралимпиадала 15 алтын, 10 көмөш һәм 28 бронза миҙал яуланы. Улар миҙал зачётында дүртенсе урын биләй.

Фото: Башинформ

Беҙҙекеләр һынатмай
Беҙҙекеләр һынатмай
Беҙҙекеләр һынатмай
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: