20 йәшлек йөҙөүсе терәк-хәрәкәт аппараты зарарланған кешеләр араһында арҡала 100 метр арауығында ярыш пьедесталының беренсе баҫҡысына күтәрелде. Яҡташыбыҙ паралимпия рекордын ҡуйып, 1 минут 01,65 секунд эсендә арауыҡты уҙып китте. "Көмөш" тө Белоруссия спортсыһы Егор Щелканов (0,31 секунд) алды, "бронза" - Австрия вәкиле Осити Ходж (0,51) ҡулында. Богдандың алтын миҙалы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн 16-сыһы булды.Афарин! Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Фото: odds.ru