-5 °С
Ҡар
VKOKTelegram
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
7 Сентябрь 2021, 13:00

Паралимпия һөҙөмтәләре

Шулай итеп, Токио ҡалаһында үткән паралимпия уйындары ла тамамланды. Ярыш һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй йыйылма командаһы миҙалдар һаны буйынса өсөнсө урында.

Спортсыларыбыҙ 118 миҙал яуланы. Был уңышҡа Башҡортостан паралимпиясылары ла лайыҡлы өлөш индерҙе. Беҙҙекеләр 12 миҙал алды – 5 алтын, 3 көмөш һәм 4 бронза. Белеүебеҙсә, Токиоға республикабыҙҙан 14 спортсы барҙы: йөҙөү, фехтование, еңел атлетика һәм өҫтәл теннисында көс һынаштылар. Ярыштың һуңғы көнөндә йүгереүсебеҙ Елена Паутова 42 километрлыҡ марафонда көмөш миҙал алды. Миҙалдар һаны буйынса Ҡытай командаһы беренсе урында, Бөйөк Британия – икенсе, Рәсәй – өсөнсө, ә АҠШ дүртенсе урынға ҡалды.

Фото: kiziltan.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: