+24 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Спорт йондоҙҙары
12 Октябрь 2021, 10:45

Айгөл – Европа чемпионы

Республика көнөндә "Башҡортостан" үҙәк шашка клубы спортсыһы Айгөл Иҙрисова "блиц" дисциплинаһында ҡатын-ҡыҙҙар араһында халыҡ-ара шашка буйынса Европа чемпионатында еңеү яуланы.

Ярыштар Италияла үтте һәм иң яҡшы составтарҙың береһен йыйҙы. Унда ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужина, ике тапҡыр донъя чемпионы Наталья Садовска (Польша), ғәмәлдәге донъя чемпионы Матрёна Ноговицына (Яҡутстан), элекке донъя чемпионы Ольга Камышлеева (Нидерландтар) һәм башҡалар ҡатнашты.

Айгөл өс төрлө программа буйынса Европа чемпионатында еңеүселәр исемлегенә инде. Тамара Танһыҡҡужина менән ун алты тапҡыр донъя чемпионы Зоя Голубеванан (Латвия) һуң өсөнсө булып уңышҡа иреште.

2013 йылда Башҡорт дәүләт университеты студенты "рапид" дисциплинаһында Европа чемпионатында еңде (ул саҡта чемпионат студенттар араһында Европа беренселеге менән үтте);

2016 йылда классик программала Европа чемпионатында алдынғылыҡты бирмәне;

Һәм бына өсөнсө уңыш –  Европа титулы. Маладис, Айгөл, ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

Фото: Башинформ

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: