Спортсының һөҙөмтәһе – 2 минут 18,285 секунд. Икенсе урында – Ҡаҙағстандан Әҙел Ғәлиәхмәтов (2 минут 18,680 секунд), өсөнсөлә – Ҡытайҙан Анна Кай (2 минут 18,864 секунд). Пекинда уҙған Донъя кубогы этабы 2022 йылғы Олимпия уйындары алдынан тест турниры булып тора. 31 йәшлек Семён Елистратов - 2014 йылғы Олимпия чемпионы һәм 2018 йылғы уйындарҙың бронза призёры. Шулай уҡ донъя чемпионатында бер һәм Европа чемпионаттарында 14 еңеү яулаған спортсы ул.
Әйткәндәй,яҡташыбыҙ 1000 метр аралыҡта икенсе урынға сыҡты.