+20 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
18 Июля 2021, 05:00

Әбештә көрәшселәр үҫә

Был мәктәптә милли көрәш секцияһы күптән эшләп килә.

Әбештә көрәшселәр үҫәӘбештә көрәшселәр үҫә
Әбештә көрәшселәр үҫә

– Барлығы 15 бала шөғөлләнә, – ти тренер­ҙары Ғәбит Сәлим улы Күскилдин. – Йыл да бәйгеләрҙә ҡатнашып торабыҙ. Йәш батырҙарыбыҙ һынатмай, район, төбәк ярыштарынан еңеп, призёр булып ҡайталар.

Быйыл Аҡъярҙа үткән данлыҡлы көрәшсе Ғаззали Үтәшевтың яҡты иҫтәлегенә арналған «Дала батыры» республика турнирында ла уңышҡа ирешкәндәр. 30 кило­грамға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә Тимур Торошев чемпион булһа, ә Айназ Билалов (40 килограмм) – икенсе, Артур Әминев (35 килограмм) өсөнсө урын яулаған.

М. ӘБЕШЕВ.

Хәйбулла районы,

Әбеш ауылы.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас