

ИБаҫмала илебеҙҙең көрәш спортында дан алған Иван Поддубный, Бувайсар Сайтиев, Александр Карелин, Иван Ярыгин, Александр Медведь, Анатолий Парфеновтарға арналған айырым бүлектәр бар. Шулай уҡ Рәсәйҙә көрәштең киләсәге һәм "Токио-2020" Олимпия уйындары тураһында материалдар туплаған.
Башҡорт көрәшенә ҡағылышлы мәҡәләләрҙә Башҡорт АССР-ында спорт көрәшен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән күренекле спортсы һәм грек-рим көрәше буйынса тренер Владимир Борман, уның эшен дауам итеүсе Борис Понятов тураһында һүҙ бара.
Фото: интернеттан.