+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Спорт
9 Декабря 2021, 09:30

Боҙ майҙансығы асылды

Өфөләге Рима Батталова исемендәге республика Спорт әҙерлеге үҙәге биләмәһендә боҙ майҙансығы асылды.

Боҙ майҙансығы асылдыБоҙ майҙансығы асылды
Боҙ майҙансығы асылды

Ул асыҡ һауала урынлашҡан, күләме дүрт мең квадрат метрҙан ашыу.

Майҙансыҡты асыу тантанаһында Башҡортосан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина, Өфө ҡалаһы Ленин районы хакимиәте башлығы Олег Котов, Спорт әҙерлеге үҙәге директоры Юлия Чачина ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу, Яңы йыл байрамын урлаусы әкиәт геройы Гринч ҡаршы алды. Күңелле, мауыҡтырғыс тамаша әҙерләнгәйне. Республиканың Фигуралы шыуыу федерацияһы тәрбиәләнеүселәре лә үҙ сығыштары менән байрамға йәм өҫтәне.

Фотола: Instagram›ffk_rb

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас